Этнотирмә -еңеүсе!

2026 йыл Сибай ҡала мәҙәниәт йорто өсөн ҡыуаныслы ваҡиғаларҙан башланып китте. Мәҙәниәт йортоноң ижади коллективы эшләгән Этнотирмә “Башҡортостан ҡыҙы” журналы ойошторған милли уйынсыҡтар конкурсында иң лайыҡлы һәм үҙенсәлекле тип табылды. Республика кимәлендә уҙғарылған был конкурста милли мәҙәниәткә өйрәткән һәм ҡул хәрәкәттәрен үҫтереүгә булышлыҡ иткән был уйынсыҡ 3-сө урын яуланы.
Уйынсыҡтың авторҙары — Гүзәл Ноғоманова, Әлфиә Дауытова, Минзилә Ғәйнуллинаны еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Артабан да ҙур еңеүҙәр, ижади уңыштар теләйбеҙ!