Ишле ғаилә – ил күрке

29 ғинуарҙа Сибай ҡалаһында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсының зона этабы уҙғарылды. Был киң күләмле конкурс республикабыҙҙың иң татыу, иң матур ғаиләләрен асыҡлауға булышлыҡ итә. Шулай уҡ ошо сара әхлаҡи-эстетик мәҙәниәт нигеҙҙәрен булдырыу, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу, башҡорт мәҙәниәтен, телен, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләләрҙе табыу, дәртләндереү маҡсатында ойошторола.
Республика Башлығы Радий Фәрит улы Указына ярашлы, 2026 йыл “Ҙур һәм татыу ғаилә” йылы тип билдәләнһә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Башҡорт ғаиләһе” йылы тип иғлан итте. Шуға күрә, был конкурсты уҙғарыу быйл бигерәк тә мәртәбәле.
Сибай ҡалаһы 6-сы зона тип иғлан ителде һәм был зонаға: Әбйәлил, Бөрйән, Учалы, Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ райондары һәм Учалы, Сибай ҡалалары инде.
Конкурста законлы никахта торған, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төбәктәрендә йәшәгән, башҡорт телендә һөйләшкән ғаиләләр ҡатнашты. Улар ғаиләнең ижади мөмкинлектәрен танытҡан видеороликтар әҙерләп, баһалама ағзаларына тапшырғайны.
Жюри ағзалары Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Ишемғолова, БР-ың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһы хәкимиәтенең мәҙәниәт бүлеге идаралығы начальнигы, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Гөлиә Рәхимйән ҡыҙы Нәҙерғолова, Сибай ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, Сибай башҡорттары Берләшмәһенең башҡарма комитеты рәйесе Альбина Ҙөфәр ҡыҙы Ярмуллина, Ҡала мәҙәниәте йорто директоры Ләйлә Рамаҙан ҡыҙы Аллабердина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Урал-арьяғы райондары кураторы Рәхмәтуллин Хәлил Юлай улы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы комитеты рәйесе, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Сәжидә Факил ҡыҙы Ғәниева эштәрҙе ентекле тикшереп, үҙҙәренең баһаһын бирҙе.
Сибай ҡалаһы кимәлендә уҙғарылған конкурста «Ғаилә ижады» номинацияһында беренсе урынға Самарбаевтар  сыҡһа, икенсе урын  Әбйәлиловтарға бирелде. «Ғаилә кәсептәре» номинацияһында 1-се урынды Рәхимовтар, 2-се урынды Ирназаровтар, 3-сө урынды Аҫылбаевтар яуланы. «Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре» номинацияһында беренсе урын Ғәйетбаевтар һәм Шәриповтар, икенсе урынды Шәйәхмәтовтар һәм Бикбулатовтар, өсөнсө урынды Килдебаевтар, Теләүҡабуловтар һәм Ҡоломбәтовтар алды. «Махсус хәрби операция геройы ғаиләһе» номинацияһында 1-се урын Асҡаровтар ғаиләһенә бирелде. «Күп балалы башҡорт ғаиләһе» номинацияһында 1-се урынды Өмөтбаевтар ғаиләһе яуланы. Вәлиуллиндар, Абдуллиндар, Дауытбаевтар, Мортазиндар, Ульябаевтар ғаиләләре конкурста ҡатнашҡандары өсөн Диплом менән бүләкләнә.

Конкурстың зона этабына ун дүрт ғаилә үтте. Улар араһында «Ғаилә ижады» номинацияһында: 1-се урынды Әбйәлил районынан Ишаевтарға, 2-се урын Сибай ҡалаһынан Әбйәлиловтарға, 3-сө урын Йылайыр районынан Үтәшевтарға бирелде. «Ғаилә кәсептәре» номинацияһында 1-се урын Сибай ҡалаһынан Рәхимовтарға бирелде. “Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре” номинацияһында 1-се урынды Сибай ҡалаһынан Шәриповтар, 2-се урынды Ғәйетбаевтар, 3-сө урынды Баймаҡ районынан Хөсәйеновтар яуланы. «Махсус хәрби операция геройы ғаиләһе» номинацияһында 1-се урынды Хәйбулла районынан Исҡужиндар һәм Бөрйән районынан Ғәрифуллиндар ғаиләһе бүлеште. 2-се урын Баймаҡ районынан Мәжитовтарға, 3-сө урын Сибай ҡалаһынан Асҡаровтар ғаиләһенә бирелде. «Күп балалы башҡорт ғаиләһе» номинацияһында 1-се урынды Бөрйән районынан Фәхрияновтар, 2-се урынды Сибай ҡалаһынан Өмөтбаевтар, 3-сө урында Учалы районынан Юлдашевтар ғаиләһе яуланы.
Шулай итеп, «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсының республика этабында беренсе урынды яулаусылар ҡатнашасаҡ.
Уларға уңыштар теләйбеҙ!