Шәп мастер-класс уҙғарылды

12 февралдә Ҡала мәҙәниәт йортонда сәсәниә, фольклорсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина һәм “Мәрйенкәй” түңәрәге етәксеһе Әлфиә Әхтәм ҡыҙы Дауытова, “Ете ҡыҙ” этно-студияһы етәксеһе Минзилә Ишбулат ҡыҙы Ғәйнуллина этно-брошь эшләү буйынса шәп мастер-класс уҙғарҙы.
Сарала ҡала мәҙәниәт йортоноң “Аҡбуҙат” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнеүселәр ҡатнашты. Балалар был биҙәүесте ҡыҙыҡһынып эшләне, ваҡ мәрйендәрҙе теҙеү тактикаһын өйрәнде, башҡорт халҡының күп төрлө биҙәү әйберҙәре менән танышты. Асия Солтан ҡыҙы этно стилдә башҡарлыған брошканы эшләү тәртибен генә түгел, башҡорт халыҡ биҙәүестәренең тарихын да һөйләп ишеттерҙе.
Был матур сара балалар өсөн бик файҙалы һәм әһәмиәтле булды. Этно-брошь эшләргә теләүселәрҙе мәҙәниәт йортонда ойошторолған мастер-кластарға саҡырып ҡалабыҙ. Биҙәүес эшләү өсөн материалдар бирелә.