Ҡала мәҙәниәт йортоноң “Йәнгүзәй” халыҡ фольклор ансамбле “Таулы ынйылары” фольклор ансамбле менән берлектә “Здравница Зауралья” шифаханаһында мөһим сара уҙғарҙы. Шифаханала ял итеүселәр өсөн ансамблдә ҡатнашыусылар Урал аръяғы ерлегендә барлыҡҡа килгән башҡорт халыҡ йолаларын күрһәтте.
Тамашасылар йолаларҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны. Ансамблдә ҡатнашыусыларға ҡушылып башҡорт халыҡ йырҙарын бергәләп йырланы, рәхәтләнеп бейеп тә алдылар.
Йолаларҙы тергеҙеп, халыҡҡа еткереү — “Йәнгүзәй” халыҡ фольклор ансамбленең төп маҡсаты. Шифаханала ял итеүселәр өсөн был сара бик файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булды.

Йолалар тергеҙелә
