«Әйлән — бәйлән» дәрестәре үтә лә ҡыҙыҡлы!

Бөгөн ҡала мәҙәниәт йортонда «Әйлән — бәйлән» балалар фольклор түңәрәгенең сираттағы дәресе уҙҙы. Был юлы түңәрәктә шөғөлләнеүселәр балалар өсөн яҙылған башҡорт халыҡ йырҙары, уйындары менән танышты.
«Әйлән — бәйлән» түңәрәге етәксеһе Әлфиә Вилданова билдәләүенсә, бында уҙғарылған дәрестәрҙең төп маҡсаты — халыҡ бейеүҙәрен, йырҙарын, уйындарын, йолаларын өйрәнеү, тергеҙеү, һаҡлау һәм пропагандалау.
Балалар түңәрәктә ҙур теләк менән шөғөлләнә, сәхнәлә сығыш яһауҙарын көтөп алалар. Шуға ла һәр дәрес күңелле һәм файҙалы үтә.