Урал балалары тауышы яңғыраны

30 март Сибай сәнғәт колледжында «Урал балалары тауышы» V республика конкурсы үтте. Был бәйге — таланты йәш йондоҙҙарҙы бергә йыйҙы.
Быйыл «Урал балалары тауышы» V республика конкурсына йөҙҙән ашыу ғариза ҡабул ителде. Уларҙың илленән ашыуы финалға үтеп, үҙ сығыштарын сәхнәлә күрһәтте. Ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһының барлыҡ райондарын берләштерҙе тиһәк тә яҙыҡ булмаҫ, сөнки балалар, араларҙы яҡынайтып, Ҡыйғы, Иглин, Хәйбулла, Йылайыр, Салауат райондарынан, Ишембай, Мәләүез, Өфө ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән дә килде. Сибай ҡалаһынан ҡатнашыусыларҙың байтаҡ булыуы айырыуса ҡыуандырҙы. Быйыл иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы нигеҙендә конкурста ғаиләләр менән ҡатнашыусыларҙың булыуы бигерәк тә һоҡланғыс булды.
Конкурсты асып, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Озерцов ҡатнашыусыларға сәләмләне һәм уларға уңыштар теләне. Йәш таланттарҙың сығышын абруйлы жюри ағзалары – фән докторҙары, сәнғәт эшмәкәрҙәре баһаланы.
Балалар сығышынан һуң, уларҙың етәкселәренә әҙерләнгән «Башҡорт халыҡ эпостарын популярлаштырыу һәм уларҙы башҡарыу техникаһы» республика семинары ойошторолдо. «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина етәкселегендә башҡорт халыҡ эпостарын өйрәнеү һәм һөйләү буйынса мастер-класстар ҙа уҙғарылды.
Бөгөнгө көн уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн үтә лә файҙалы үтте: балалар үҙ сығыштарын жюри ағзаларына күрһәтеп, баһалама алһа, уҡытыусылар семинарҙа һәм мастер-класстарҙа ҡатнашып файҙалы мәғлүмәт тупланы.
Талантлы конкурсанттарға, уларҙың даланлы етәкселәренә башҡорт мәҙәниәтенә һәм тарихына ихтирамлы булыуҙары, халыҡ эпостарын популярлаштырыу өҫтөндә эш алып барғандары өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, артабан да тик уңыштар юлдаш булһын.
Бөгөнгө бай йөкмәткеле конкурстың ойоштороусылары «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙына, Республика халыҡ ижады үҙәгенә, ҡала мәҙәниәт идаралығына, ҡала мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, конкурстың спосорҙары булырға теләгән Өфө ҡалаһынан Баҙалова Гөлнараға, “Зауралинфо” типографияһы етәксеһе Уразбахтин Айбулатҡа, Фаберлик косметикаһы вәкиле Уразбахтина Юлиәгә, “Башбланк” нәшриәтенең генераль директоры, Башҡортостан республикаһы яҡташтар Ассоциацияһы етәксеһе Алибаева Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙына, “Аҙаш” компанияһы етәксеһе Ракаев Рифатҡа, Башмаркет магазины директоры Яҡупова Зифаға айырыусы рәхмәтлебеҙ.