1 апрелдә Ҡала мәҙәниәт йортоноң “Йәнгүҙәй” фольклор ансамбле етәксеһе Гөлсиә Шамсетдинова һәм “Миләш” халыҡ вокал ансамбле етәксеһе Мәмдүҙә Илбакова “Балалыҡ навигаторҙары: берҙәмлектә көс” муниципаль стратегик сессияла ҡатнашты.
Стратегик сессия милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, тәрбиә саралары берҙәм банкын булдырыуға һәм үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән.
Хеҙмәткәрҙәребеҙ Сибай ҡалаһының аҙ һанлы халыҡтарының мәҙәниәтен, йолаларын һәм телен һаҡлау, яҡлау буйынса балалар һәм йәштәр өсөн тәғәйенләнгән “Дуҫлыҡ хороводы” проектын уңышлы яҡланы. Ерлектәге халыҡтың йолаларын, тарихын тергеҙеү, телен һаҡлап ҡалыу, башҡа милләт халыҡтары менән дуҫлыҡты нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған был проект күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Шуға күрә лә стртаегик сессияны ойоштороусылар эште бергә башҡарыу теләген дә белдерҙе.
Шуны әйтеп үтергә кәрәк, Гөлсиә Мәхәммәт ҡыҙы һәм Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы етәкләгән ижади коллективтары менән сәхнәлә сығыш яһап ҡына ҡалмай, йәш быуынды тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Улар үткәргән мастер-класстарҙа, түңәрәк өҫтәлдәрҙә йәштәр ҡыҙыҡһынып, ҙур теләк менән ҡатнаша. Остаздарыбыҙға ошондай әһәмиәтле эш алып барғандары өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!

“Дуҫлыҡ хороводы” проекты яҡланды


