19 май Ҡала мәҙәниәт йортонда билдәле йырсы Айрат Иштановтың “Йырлап уҙһын тормошом” тип исемләнгән йырлы-моңло концерты үтте. Сарала Айрат Иштановтың ижадташ дуҫтары ҡатнашты.
Айрат Иштановтың моңло тауышы менән башҡарылған матур йырҙары һәр тамашасының йөрәгенә юл тапты. Концертта башҡорт халыҡ йырҙары, заманса композициялар яңғыраны. Ижадташ дуҫтары менән бергәләп башҡарылған йырҙар сараға үҙенсәлекле атмосфера өҫтәне. Тамашасылар матур йырҙар тыңлап, күңелдәренә рухи аҙыҡ туплап, ихлас бейеп, рәхәтләнеп ял итте.

“Йырлап уҙһын тормошом”




