“Йәнгүҙәй” халыҡ фольклор ансамбле “Здравница Зауралья” шифаханаһында “Килен ҡәйнә буҫағаһынан” тип исемләнгән яңы йола күрһәтеп ҡайтты. Сара Ҙур һәм татыу ғаилә һәм Башҡорт ғаиләһе йылына бағышланды.
Шифаханала ял итеүселәр был ябай ҙа, мәғәнәле лә булған йоланы шул тиклем яҡын ҡабул итте, һәм үҙҙәре лә ансамбль әртистәренә ҡушылып уйнап, үҙ теләктәрен әйтте, хәтирәләргә бирелеп һөйләшеп, йырлашып, бейешеп тә алдылар.
Йәнгүҙәйҙәр ял итеүселәрҙе республиканың йөҙөк ҡашы булған тау-йылғалар, ял итеү урындары менән таныштырҙы. Халыҡтар берҙәмлеге йылын күҙ уңында тотоп, дуҫ-татыу булырға, ғаиләләребеҙҙең, яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерен белеп йәшәргә саҡырҙы. Барлыҡ тамашасыларҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотлап, матур кәйефтә хушлаштылар.

“Йәнгүҙәй” ҙәрҙән шәп концерт


