Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабиров указы менән 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип билдәләнде. Ул башҡорт телен һәм милли башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә.
Дилара Рафикова етәкселегендә «Яугүл» халыҡ фольклор ҡумыҙсылар ансамбле Сибай ҡалаһының 8-се урта мәктәбендә Башҡорт теле көнөнә арналған концерт программаһы менән сығыш яһаны. Сара барышында уҡыусылар ҡумыҙ төрҙәре менән танышты, уларҙың төрлөсә яңғырауын тыңланы. Башҡорт йырҙары, башҡорт халыҡ бейеүҙәре, телебеҙгә арналған шиғырҙар концерттың биҙәге булды.
Уҡыусылар ансамблдең сығышын ҙур теләк менән ҡараны. Ошондай ирекле сарала осрашып балаларға мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе өйрәтеү бөгөнгө заманда бик мөһим.
Башҡорт телендә һөйләшәм


