Йәйге ял күңелле буласаҡ

Бөгөн Ҡала мәҙәниәт йортонда балалар өсөн йәйге лагерҙы ойоштороу буйынса етди кәңәшмә уҙҙы. Мәктәп уҡыусылары ялдарын күңелле һәм файҙалы үткәрһен өсөн яңы программа булдырыу, бина алдын биҙәү, уйындар өсөн кәрәкле ҡулайламалар һатып алыу һәм башҡа һорауҙар ҡаралды.
Ҡала мәҙәниәт йорто балаларҙы йәйге ялға көтөп ҡала.
Рәхим итегеҙ!