“Йәнгүҙәй” халыҡ фольклор ансамбле 3-сө «Сибай» Республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатында Халыҡтар берҙәмлеге, Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнап “Фольклор сәғәте” уҙғарҙы.
Уҡыусылар, ғәҙәттә бер йүнәлештә уҙғарылған сараларҙа йыш ҡатнашҡанғамы, тамаша залына тыныс ҡына йыйылды. Йәнгүҙәй халыҡ фольклор ансамбле күрһәткән “Бәпәй бәпләү” йолаһын ҙур иғтибар менән ҡаранылар, ә инде боронғо уйындар башланғас, балаларҙың шул тиклем ҡыҙыҡһыныуы, уйындарҙа ҙур теләк менән ҡатнашыуҙары хайран итте. Ансамбль етәксеһе Гөлсиә Мөхәмәт ҡыҙы башҡорт телен өйрәнеү, һаҡлау маҡсатында әҙерләгән викторина, мәҡәлдәр әйтеү ярышында уҡыусылар ҡыҙығып ярышты. Ансамблдә ҡатнашыусыларҙың йомаҡтарын да балалар шаулашып, ярышып систеләр. Иң әүҙемдәр, иң ҡыйыуҙар “Йәнгүҙәй”ҙәр алып килгән күстәнәстәр менән һыйланды.
Уҡыусыларҙы ныҡлы ҡыҙыҡһындырғаны – башҡорт халыҡ фольклор уйындары булды. Улар үҙҙәре ҡатнашып, боронғо уйындарҙы өйрәнде, дәртләнешеп бергәләшеп бейеп тә алдылар.
“Йәнгүҙәй” халыҡ фольклор ансамбле ҡатнашыусылары билдәләүенсә, гимназияла балалар шул тиклем киң эрудициялы, тәрән белемле. Һәр балаға бында уҡытҡан талантлы уҡытыусыларҙың күңеле һалынғаны, заманса тәрбиә бирелгәне күренеп тора. “Фольклор сәғәте” проектын гимназияла башлап ебәреүебеҙ ҡыуандырҙы, сөнки һәр сараның маҡсаты — тамашасы күңеленә үтеп инеү. Был йәһәттән, гимназия балаларының әүҙем булыуҙары проекттың мөһим булыуын билдәләне. Ансамблдә ҡатнашыусыларҙы көслө алҡыштар менән ҡаршылап, бергәләп рәхмәт әйтеп оҙатыуҙары өсөн балаларға, уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә Ҡала мәҙәниәте йорто исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уҡытыусыларға ныҡлы һаулыҡ, балаларға барлыҡ теләктәренең тормошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ!

“Фольклор сәғәте”






