Сибай ҡалаһының 5 мәктәбендә фольклор байрамы үтте

Гөлсиә Мөхәмәт ҡыҙы етәкселегендәге «Йәнгүҙәй» халыҡ фольклор ансамбле Сибай ҡалаһының 5-се урта мәктәбендә Башҡорт теле көнөнә арналған концерт программаһы менән сығыш яһаны. Уҡыусылар башҡорт халыҡ йырҙары, бейеүҙәре, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышты.
Йәш быуынға туған телгә ихтирам һәм һөйөү уятыу бик мөһим!